12:06 (UTC+5), 21 Июля 2017

Ташландыҡ балалар 10 мең һумдан ашыу социаль пенсия аласаҡ

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһында дәүләт пенсия тәьминәте тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсияның яңы төрө — ата-әсәһе билдәһеҙ балаларға социаль пенсия билдәләнә. Был хаҡта Кремлдең сайты хәбәр итә.
«Улар — дауахана йәки бала табыу йорто алдында ҡалдырып кителгән, тыуғандан һуң урамға ташланған балалар, — тип яҙҙы бынан алда закон проекты авторҙарының береһе, Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Баталина. — Ошо законға тиклем уларға бер ниндәй ҙә айлыҡ түләү ҡаралманы һәм 18 йәшкә еткәс улар ҙур тормошҡа аҡсаһыҙ аяҡ баҫты. Ата-әсәһе вафат булған балалар ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия ала. Ата-әсәһе иҫән, ләкин хоҡуҡтан мәхрүм ителгән икән, баланың иҫәбендә алименттар йыйыла. Ә бына ташландыҡ балалар ситтә ҡала килде».
Пенсияның күләме айына 10 мең 68 һум тәшкил итәсәк. Бындай пенсия 18 йәшкә тиклем, шулай уҡ бала уҡып бөткәнсе түләнә. 23 йәштән һуң аҡса ҡаралмаған. Бала уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған осраҡта пенсия түләү туҡтатыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика