05:43 (UTC+5), 20 Июля 2017

Республикала Рәсәйҙә ауыл биләмәләрен үҫтереүҙе тикшерәләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда III «Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына дәүләт ярҙамы һәм ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе бара.
Республикаға илдең 60-ҡа яҡын төбәгенән вәкилдәр килде. Дөйөм алғанда, 400 самаһы кеше.
Улар араһында — Рәсәй субъекттарының агросәнәғәт комплексы менән идара итеү органдары етәкселәре, муниципалитет, ауыл биләмәһе һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары. Кәңәшмә эшендә Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Иван Лебедев ҡатнаша.
Бөгөн Илеш, Дүртөйлө, Бүздәк һәм Туймазы райондарында ҡатнашыусылар «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы һәм «Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамын алған социаль һәм инженер инфраструктураһы, агросәнәғәт комплексы объекттарына бара. Бынан тыш, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм етештереү объекттарын ҡарай.
Пленар ултырыш Өфөләге Конгресс-холда 21 июлгә билдәләнгән.
Агрофорумды ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан хөкүмәте һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика