13:36 (UTC+5), 20 Июль 2017

Күмертау һәм Асҡар — Башҡортостанда «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» конкурсы еңеүселәре

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда «Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү» номинацияһында «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде.
Беренсе категорияла — ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре — «Коммунальниктар паркы» миҫалында бәләкәй ял итеү урындарын төҙөкләндереү һәм үҫтереү» тәжрибәһе буйынса Күмертау еңеүсе тип танылды.
Икенсе категорияла — ауыл биләмәләре — беренсе урынға «Асҡарҙа ял итеү урынын төҙөкләндереү» тәжрибәһе буйынса Әбйәлил районының Асҡар ауылы лайыҡ булды.
«Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсы урындағы үҙидара органдарының әүҙемлеген арттырыу, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм муниципаль идара итеүҙе ойоштороу буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең иң яҡшы тәжрибәһен асыҡлау, дәртләндереү һәм таратыу өсөн үткәрелә.
Башҡортостан хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, комиссия республикалағы 24 ҡала округының һәм 11 ауыл биләмәһенең ғаризаларын ҡараған.
Конкурста беренсе урын яулаған муниципалитеттар Башҡортостан хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. Республика этабында еңеүселәрҙең ғаризалары «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» конкурсының Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыу өсөн Федераль конкурс комиссияһына ебәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика