11:04 (UTC+5), 20 Июля 2017

Өфөләрҙе сираттағы «Еләкле тырыз» йәрминкәһенә саҡыралар

Ғәлиә Нәбиева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 22 июлдә баш ҡалала Спорт һарайы алдындағы майҙанда сираттағы «Еләкле тырыз» йәрминкәһе ойошторола. Унда емеш-еләк үҫтереүселәр — фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡ милекселәре, шулай уҡ баҡсасылар саҡырыла.
Еләк йәрминкәһе иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 2-гә тиклем эшләй.
Уҙған шәмбелә ошондай йәрминкәлә 1,9 тоннаға яҡын еләк һатылған. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, Баҡалы һәм Шаран райондары фермерҙары үҫтергән баҡса еләге һатып алыусыларҙа ҙур һорау менән файҙаланған. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Туймазы, Өфө һәм башҡа райондарҙың продукцияһы һәм баҡсасылар үҫтергән еләк тәҡдим ителгән.
Бынан тыш, «Еләкле тырыз» йәрминкәһендә үҫентеләр, яңы бәйләнгән миндектәр, халыҡ кәсептәре тауарҙары, икмәкхана ризыҡтары, кондитер изделиелары, бал, йәшел тәмләткестәр һәм баш аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин ине.
Һатыуға сығарылған продукцияның дөйөм хаҡы 1 миллион һум тәшкил итте. Йәрминкәлә 1,3 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика