12:26 (UTC+5), 19 Июля 2017

Республиканы тағы бер «Һөт иле» көтә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 26 августа Өфөлә «Һөт иле» Бөтә Рәсәй фестивален уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документта сараның ойоштороу комитеты раҫланған, фестивалгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса эштәр ҡушылған. Ойоштороу комитетының рәйесе — республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов.
«Һөт иле» Бөтә Рәсәй фестивале Өфөлә 2011 йылдан алып уҙғарыла. Әлеге көндә ул Рәсәйҙә һөткә һәм һөт продукцияһына арналған иң ҙур байрам. Фестиваль Бөтә Рәсәй һөт һәм һөт ризыҡтарын ҡулланыуҙы арттырыу программаһын тормошҡа ашырыу барышында үткәрелә.
Фестивалдең маҡсаты — һөт һәм һөт аҙыҡ-түлеген ҡулланыуҙы арттырыу, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
«Һөт иле» фестивален ойоштороусылар булып Башҡортостан хөкүмәте, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө хакимиәте һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика