05:51 (UTC+5), 18 Июля 2017

Күмертауҙа йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең буласаҡ резиденты күмер сығарыуҙы тергеҙҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Күмертауҙа «Южуралуголь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Маячный ятҡылығының 1-се Төньяҡ участкаһында әҙерлек эштәрен башланы. Предприятие белгестәренең иҫәпләүҙәре буйынса, бында көрән күмерҙең запастары 25 йылға етерлек. Эштәрҙе экскаваторҙар ярҙамында асыҡ ысул менән башҡарыу ҡаралған.
Республика Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Южуралуголь» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булырға әҙерләнә. Предприятие 50 эш урыны булдырырға ниәтләй. Йылына 250 мең тонна күмер сығарыу күҙаллана. Көрән күмер арзан яғыулыҡ булараҡ ҡулланыла, шулай уҡ унан ашламалар һәм тау балауыҙы әҙерләргә мөмкин.
«Күмертауҙа ҡасандыр ҡаланы данлаған күмер сығарыуҙы тергеҙеүҙең яңы этабы башлана. 27 август — Шахтерҙар көнөн ҡала сығарылған күмерҙең яңы беренсе тоннаһы менән билдәләйәсәк», — тип хәбәр иттеләр төбәк хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика