06:49 (UTC+5), 18 Июль 2017

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса йорт һатып алыу ябайлашты

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһын тормошҡа ашырыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде.
Хәҙер программала ҡатнашыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса өҫтәмә мөмкинлектәре бар: беренсел һәм икенсел баҙарҙа торлаҡтан башҡа, шулай уҡ уларҙа өлөш һатып алыу.
Бынан тыш, торлаҡ өсөн йыйылған аҡсаны бынан алда алынған ипотеканы ҡаплау өсөн йүнәлтергә мөмкин. Төбәк хөкүмәте ҡарарының яңы редакцияһына ярашлы, билдәләнгән алты ай эсендә кеше торлаҡ һатып алыу йәки аҡса йыйыуҙы дауам итеү хаҡында ҡарар ҡабул итә. Аҡса туплауҙы оҙайтыу процедураһы ла ябайлашты. Мәҫәлән, әгәр элек ғаризаны республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына ебәрергә, раҫлауҙарын көтөргә һәм шунан һуң ғына яңы вклад асырға кәрәк булһа, хәҙер иһә банкка килеп, аҡса туплау осорон оҙайтыу ҙа етә.
2014 йылдың апреленән Башҡортостанда бюджеттан берлектә финанслау шарттарында торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһы буйынса йорт һатып алыу программаһы бойомға ашырыла.
Уның шарттарына ярашлы граждандар өс-алты йыл дауамында «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» банктарында торлаҡ хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн аҡса йыя.
Айлыҡ иғәнәгә иғәнә суммаһынан 30% күләмендә бюджет премияһы өҫтәлә (ләкин айына өс меңдән дә ашмай). Аҡса туплау осоро тамамланғас, программала ҡатнашыусы йылына 6-7% менән льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә була.
Торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Төҙөлөш һаҡламдарын үҫтереү буйынса дирекция һәм «Һаҡлыҡ», «Уралсиб» банктарының ҡыҙыу линия телефондары буйынса алырға мөмкин: 8 (347) 218-08-93; 8 (347) 285-00-97.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика