04:54 (UTC+5), 14 Июль 2017

Республикала популяр «Яндекс.Такси» һәм Uber берләшергә булған

автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда популяр «Яндекс» һәм Uber компаниялары онлайн сәфәрҙәр заказы буйынса бизнестарҙы берләштерергә һәм уның өсөн яңы компания асырға булған. Берҙәм платформа Рәсәй, Азербайжан, Белоруссия, Әрмәнстан, Грузия һәм Ҡаҙағстан биләмәләрендә эшләйәсәк. Ошо хаҡта үҙ блогында «Яндекс.Такси» генераль директоры Тигран Худавердян хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, ике такси сервистары менән ҡулланыусылар өсөн бер нимә лә үҙгәрмәйәсәк – ике ҡушымта ла элеккесә эшләйәсәк. Берҙәм платформаға водителдәр берләшәсәк. Ул буш машиналарҙың иҫәбен арттырыуға булышлыҡ итәсәк, көтөү ваҡытын һәм буш йөрөү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ. Водителдәр сәғәтенә күберәк заказ аласаҡ, ә пассажирҙар өсөн осһоҙ сәфәр хаҡы һаҡланасаҡ.
Uber һәм «Яндекс» яңы компанияға 225 миллион һәм 100 миллион доллар инвестицияларға ҡарар иткән. Уның хаҡын 3,725 миллиард долларға баһаланған. Компанияның 59,3 проценты – «Яндекс»тыҡы, 36,6 проценты – Uber компанияһыныҡы, 4,1 проценты хеҙмәткәрҙәрҙеке буласаҡ.
«РИА Новости» агентлығының мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәте Рәсәйҙә һәм күрше илдәрҙә онлайн такси сервистарын берләштереү буйынса килешеү тураһында «Яндекс» һәм Uber компанияларының үтенес документын алмаған әле.
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенең элемтә һәм мәғлүмәт технологияларын контролдә тотоу идаралығы етәксеһе Елена Заева аңлатыуынса, компанияның өлөштәре үтенес документы тапшырылғандан һуң уны бөтә яҡтан тикшереү барышында билдәләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика