09:42 (UTC+5), 14 Июль 2017

Башҡортостанда 40-50 мең һумлыҡ эш хаҡы менән яңы вакансиялар баҫылды

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында эш хаҡы 40 мең һумдан ашыуыраҡ булған яңы вакансиялар баҫылды.
Сибайҙа «Тандер» акционерҙар йәмғиәтендә эшләү өсөн магазин директоры талап ителә, уның бурысы — хеҙмәткәрҙәр эшмәкәрлеген координациялау һәм контролдә тотоу. Эш тәжрибәһе бер йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Хеҙмәт хаҡы — 35,4-44,3 мең һум.
Нефтекамалағы «ПКФ «Геотех» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте станоктар операторын эшкә ала. Бер йылдан да кәм булмаған эш тәжрибәһе кәрәк. Хеҙмәт хаҡы — 40 мең һум, социаль пакет.
Өфөлә «Уфаремстройизоляция» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләү өсөн өс йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә етештереү-техник бүлеге инженеры талап ителә. Хеҙмәт хаҡы — 50 мең һум.
Баш ҡалала «Крепкий дом» магазинына электр менән иретеп йәбештереүсе эҙләйҙәр. 40-45 мең һумлыҡ эш хаҡы вәғәҙә итәләр.
Өфөләге «Универсалремстрой» предприятиеһында эшләү өсөн бер йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһенә эйә биҙәүсе-универсал кәрәк. Хеҙмәт хаҡы — 40 мең һум, социаль пакет.
Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында ентеклерәк танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика