Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.73
+0.03
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июль 2017, 11:35

15 июлдә баш ҡалала «Еләкле тырыз» йәрминкәһе уҙа

Олег Яровиков
Олег Яровиков
, 2017 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 15 июлдә Өфөлә йолаға әүерелгән «Еләкле тырыз» йәрминкәһе уҙа.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә теплица һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, емеш питомниктары үҙҙәре үҫтергән еләк-емешен тәҡдим итә. «Еләкле тырыз»да ҡатнашыу өсөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтары булған республика халҡы ла саҡырыла.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Спорт һарайы алдындағы майҙан, иртәнге сәғәт 9-ҙан 4-кә тиклем.
Читайте нас