05:45 (UTC+5), 13 Июля 2017

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы табиптар өсөн яңы вакансиялар баҫтырып сығарҙы

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында табиптар өсөн яңы вакансиялар баҫылған.
Благовар районының Языков үҙәк район дауаханаһында эшләү өсөн функциональ диагностикалау табибы талап ителә. Эштән торлаҡ, социаль пакет бирелә. Хеҙмәт хаҡы — 25 мең һум.
Ошо уҡ дауахана акушер-гинекологты, шулай уҡ анестезиолог-реаниматологты даими эшкә ҡабул итә. Хеҙмәт хаҡы — 25 мең һум. Торлаҡ һәм социаль пакет тапшырыла.
Өфөләге «Золотой дракон» клиникаһына өс йылдан күберәк эш тәжрибәһе булған энә менән дауалаусы табип кәрәк. Хеҙмәт хаҡы — 25 мең һум, социаль пакет.
Миәкә үҙәк район дауаханаһына поликлиникала эшләү өсөн табип-педиатр талап ителә. Эш хаҡы — 33 мең һумдан ашыу. Социаль пакет, коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн льгота ҡаралған.
Нефтекама ҡала дауаханаһы Ағиҙелдә эшләү өсөн акушер-гинекологты ҡабул итә. Хеҙмәт хаҡы — 28-30 мең һум, социаль пакет.
Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында ентеклерәк танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика