04:37 (UTC+5), 13 Июля 2017

Башҡортостанда ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 19-21 июлдә Башҡортостанда «Бәләкәй хужалыҡ формаларына дәүләт ярҙамы һәм ауыл хужалығы биләмәләренең тотороҡло үҫеше» III бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтә.
«Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанға илдең яҡынса 60 төбәге вәкилдәре киләсәк. Дөйөм алғанда, 400-ләгән кеше.
Улар араһында – Рәсәй субъекттарының агросәнәғәт комплекстары менән идара итеү органдары етәкселәре, муниципалитет, ауыл биләмәһе һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары.
Сарала ҡатнашыусылар Илеш, Дүртөйлө, Бүздәк һәм Туймазы райондарында «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем осорҙа ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы һәм «Бәләкәй хужалыҡ формаларына ярҙам итеү» программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамын алған агросәнәғәт комплексы, социаль һәм инженер инфрструктураһы объекттарында буласаҡ. Бынан тыш, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү объекттарын ҡараясаҡ.
Пленар ултырыш Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында 21 июлгә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика