Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июль 2017, 08:42
13 июлдә өфөләрҙе транспорт һәм элемтә предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөн Өфөлә транспорт һәм элемтә предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе үтә.
Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – автомобиль водителе, аккумуляторсы, кондуктор, автомобиль ремонтлау буйынса слесарь, баш механик, йөк тейәү машинаһы водителе, манипулятор, бульдозер, автогрейдер, экскватор машинисы, механик, тракторсы, электромонтер, бәләкәй станция электромонтеры, тәгәрмәс монтажлаусы.
Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Улар араһында — хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт биреү, компьютер диагностикаһы, психолог, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
вакансиялар йәрминкәһе
транспорт
элемтә
Читайте нас: