Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.87
+0.29
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Июль 2017, 08:00

Төбәктә эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләме аталды

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы республикала июнь өсөн эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләмен атаны. Май айы менән сағыштырғанда ул бер аҙға артҡан һәм 4218 һумға еткән.
«Эшһеҙлек буйынса минималь пособие күләме 977,5 һумға тиң, максималь – 5635 һум, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡ социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — 1 июлгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса эшһеҙлек буйынса минималь пособиены республикала – 6,7 мең кеше, максималь күләмдәге түләүҙе 12,1 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ ала».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яртыйыллыҡ аҙағына республикала рәсми рәүештә теркәлгән 22 мең самаһы эшһеҙ һәм 45,5 мең вакантлы урын иҫәпләнгән.
Тикшереүҙәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың уртаса март-май айҙарында төбәктә эш көсөнөң иҫәбе 1,959 миллион кешегә еткән.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: