08:15 (UTC+5), 12 Июля 2017

Башҡортостан спортсыларын юғары ҡаҙаныштары өсөн матди дәртләндерәсәктәр

Карина Камаева
Карина Камаева
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республика спортсыларының 2011-2016 йылдарҙа Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионаттарында, кубоктарында, беренселектәрендә алған юғары ҡаҙаныштары өсөн матди яҡтан дәртләндереү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ 2016 йылдың IV кварталы йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаларында уңышлы сығыш яһаған шашка, ауыр атлетика, өҫтәл теннисы һәм тхэквондо спортсылары хаҡында бара.
Спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына дөйөм түләүҙәр күләме 2,8 миллион һумдан арта.
Ошо дәртләндереү сараһын алыусылар иҫәбендә — Ксения Максимова (ауыр атлетика), Ләйсән Мәхийәнова (ауыр атлетика), Елена Прокофьева (өҫтәл теннисы), Карина Ушакова (тхэквондо), Илфак Ибәтуллин (билбау көрәше), Муродулло Амриллаев (йөҙ шаҡмаҡлы шашка), Айнур Шәйбәков (йөҙ шаҡмаҡлы шашка), Айгөл Иҙрисова (йөҙ шаҡмаҡлы шашка), Елена Мильшина (йөҙ шаҡмаҡлы шашка), Тамара Танһыҡҡужина (йөҙ шаҡмаҡлы шашка), Александр Георгиев (йөҙ шаҡмаҡлы шашка), Артур Ишберҙин (тхэквондо) һәм Марс Дәүләтов (тхэквондо).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика