08:23 (UTC+5), 11 Июля 2017

Республикала кредиттар буйынса бурыс артҡан – Милли банк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда юридик һәм физик берәмектәргә бирелгән кредиттар буйынса бурыс ағымдағы йылдың 1 июненә 643,1 миллиард һумға тиклем артҡан. Йыл башына үҫеш темптары 100,9 процент тәшкил иткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат хеҙмәтендә.
Йыл башында юридик һәм физик берәмектәр алған кредиттарҙың дөйөм суммаһы 637,2 миллиард һумға тиң булған.
Дөйөм алғанда, ошо йылдың 1 июненә ҡарата Рәсәйҙә банктар 39 303,3 миллиард һумлыҡ кредит биргән. Йыл башына үҫеш темптары шулай уҡ 100,9 процент тәшкил иткән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылдың 1 июненә республикала физик берәмектәрҙең кредит ойошмаларындағы вкладтары 346 миллиард һум булған. Йыл башына үҫеш темптары – 102,7 процент.
Ағымдағы йылдың башында халыҡтың банктағы иҫәбендә 337 миллиард һум иҫәпләнгән.
Башҡортостанда бөтәһе 65 кредит ойошмаһы эшләй. Банк бүлексәләре иҫәбе буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә – алтынсы, ә Волга буйы федераль округында икенсе урында килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика