07:42 (UTC+5), 11 Июль 2017

Башҡортостанда өс көн эсендә еңел транспорт өсөн яраҡлы Саруа — Вознесенка юлын һалдылар

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Нуриман районында Саруа — Вознесенка юлын йөк машиналары өсөн яптылар. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ошо юлдың 0 — 11,9 километр һәм Красная Горка — Яңы Субай юлының 0 — 12,3 километр участкаларында тыйыусы юл билдәләре ҡуйылған. Ауырлыҡ контроле пункты эшләй. Ҙур йөк машиналары Ҡариҙел аша урау юл ойошторолған. Әле Саруа — Вознесенка юлы еңел транспорт йөрөү өсөн яраҡлы.
«Эштәр ике сменала бара. Юл төҙөүҙә 71 кеше, шул иҫәптән ҡыуаҡлыҡ ҡырҡыуҙа 26 кеше эшләй. 45 берәмек техника — бульдозерҙар, автосамосвалдар, экскаваторҙар, автогрейдерҙар, катоктар йәлеп ителгән», — тип хәбәр иттеләр комитетта. Бынан тыш, белгестәр юлдың ауырлыҡ параметрҙарының әһәмиәтен билдәләй һәм һыуҙы ағыҙыу буйынса проект әҙерләй.
6 июлдә республика башлығы 1 авгусҡа тиклем ошо юлды нормаға ярашлы хәлгә килтерергә ҡушты. Ай башында Саруа ауылы халҡы ағас ташыусыларға юлды япҡайны. Ҙур йөк машиналары ошо ҡыҫҡа грунт юлы менән файҙаланып, уны емерә. Өҫтәүенә 2016 йылдан бында ремонт эштәре бара, әммә юлсыларҙың хеҙмәтен йөк машиналары шунда уҡ юҡҡа сығарҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика