03:10 (UTC+5), 07 Июля 2017

Башҡортостанда сирле ҡайын урмандарын ҡырҡалар

БР Урман хужалығы министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина /. Башҡортостанда бактериялы һарыу һыу ауырыуы менән сирләгән ҡайынлыҡтарҙы дауалайҙар һәм ҡырҡалар. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй урман һағы мәғлүмәттәре буйынса, сирле урмандарҙың майҙаны 5,6 мең гектар (республикала бөтәһе 1,26 миллион гектар самаһы ҡайын урманы) тәшкил итә. Иң ҙур майҙандар Салауат (1790 гектар), Әлшәй (587 гектар), Бәләбәй (402 гектар), Дыуан (260 гектар), Балаҡатай (227 гектар) райондары биләмәһендә урынлашҡан. Был ауырыуҙан дауалау алымы юҡ, шуға сирле ағастарҙы утынға әҙерләйҙәр.
Белгестәр аңлатыуынса, сирле ҡайындарҙа шешмәктәр барлыҡҡа килә, уларҙың эсендә һыу йыйыла. Ҡатламы айырылған ҡабығы тиҙ кибә, шешмәктән төҫһөҙ шыйыҡса ағып сыға. Кибә тороп, аҡҡан шыйыҡсаның эҙҙәре һоро-ҡыҙғылт көрән төҫкә әйләнә. Аҡрынлап, түбәһенән алып ағас кибә.
Төбәктә алдағы бер нисә йыл элек күҙәтелгән ҡоролоҡ, ҡағиҙә булараҡ, сирҙең сәбәбе булып тора, уның арҡаһында ағастар хәлһеҙләнә лә инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика