02:03 (UTC+5), 07 Июля 2017

Башҡортостан Хөкүмәте «Башавтотранс» ДУП-һын финанс яҡтан сәләмәтләндереү буйынса саралар күрә

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,Ксения Калинина/. Башҡортостан Хөкүмәте «Башавтотранс» ДУП-һы эшмәкәрлеген финанс яҡтан сәләмәтләндереү һәм ярҙам итеү буйынса саралар күрә. Генераль директор вазифаһын башҡарыусы итеп дәүләт секторында эш тәжрибәһен иҫәпкә алып, Рәзим Мәхийәнов тәғәйенләнгән. Тәғәйенләү предприятие менән идара итеүҙе яҡшыртыу, финанс-хужалыҡ эшмәкәрлек һәм хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын ваҡытында түләү һөҙөмтәләре өсөн етәксенең яуаплылығын арттырыу, предприятиеның етештереү активтарын үҙәкләштереү һәм иҡтисади үҫтереү өсөн шарттар булдырыу кәрәклеге менән билдәләнгән. Ҡабул ителәсәк сараларҙың төп маҡсаты – предприятиеның профилен һаҡлап ҡалыу һәм Башҡортостан халҡына пассажирҙар ташыу өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын арттырыу ул. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Хөкүмәтендә хәбәр иттеләр.
Рәзим Зәғит улы Мәхийәнов «Башавтотранс» ДУП-һының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы итеп 2017 йылдың 4 июлендә конкурс процедураларын уҙғарыу осорона тәғәйенләнде.
Ул Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуған. 2008 йылда – Ырымбур дәүләт институтын, 2012 йылда – «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.
Төрлө ваҡытта коммерциялы һәм дәүләт предприятиеларында етәксе вазифаларын биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика