07:04 (UTC+5), 07 Июль 2017

Башҡортостан башлығы ҡатнашлығынан һуң ағас ташыусы транспорт өсөн Вознесенка – Саруа юлы ябылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Нуриман районында 15 саҡрымлыҡ Вознесенка — Саруа грунт юлын төҙөкләндереү мәсьәләһе хәл ителә. Ошо көндәрҙә алыҫтағы Саруа ауылында йәшәүселәр үҙҙәре өсөн берҙән-бер юлды емергән ағас ташыусыларға юлды япты. Был хаҡта республика башлығы кесаҙна Дәүләт Йыйылышы ултырышында иҫкә төшөрөп, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына мәсьәләне яйға һалырға ҡушты.
Ведомствола аңлатыуҙарынса, әлеге юл 2016 йылдың көҙөнән ремонтлана башлаған, әммә ҙур йөк машиналары уның менән файҙаланыуын дауам итә. Вице-премьер Ильяс Мөниров шул уҡ көндә объектҡа юлланды һәм Саруа халҡы менән осрашты. «Ремонтлау мәлендә йөк машиналары өсөн юлды ябырға ҡарар ителде. Юлды 1 авгусҡа тиклем нормаға ярашлы хәлгә килтереү күҙаллана. Халыҡ өсөн ҡасабанан ҡаршылыҡһыҙ сығыу өсөн транспорт ойошторолған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.
Ильяс Мөниров Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығына һәм проектлау институттарына тейешле юл билдәләрен ҡуйыу өсөн юлға һәм күпергә рөхсәт ителгән ауырлыҡты билдәләргә ҡушты.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика