09:33 (UTC+5), 06 Июля 2017

Төбәктә 0,5 миллиард һумдан ашыуыраҡ суммаға эш хаҡы буйынса бурыс бөтөрөлгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ошо йылдың тәүге биш айында 142 ойошмала дөйөм суммаһы 517,5 миллион һумлыҡ хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс өлөшләтә ҡапланған һәм бөтөрөлгән. Был турала төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында, халыҡтың рәсми булмаған мәшғүллеген кәметеү һәм эш хаҡын ваҡытында түләү мәсьәләләре буйынса республика ведомство-ара комиссияһы ултырышында хәбәр иттеләр.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 1 июненә ҡарата республиканың биш ойошмаһында 156 хеҙмәткәргә түләнмәгән эш хаҡы 3 миллион һум тәшкил иткән.
1 май менән сағыштырғанда бурыс 3,8 тапҡырға кәмегән — 11,578 миллиондан 3,028 миллион һумға тиклем.
Республикала хеҙмәт хаҡын алмаған хеҙмәткәрҙәр һаны 3,9 тапҡырға, йәки 453 кешегә кәмегән — 609-ҙан 156-ға тиклем, тип белдерҙе ултырышта Башҡортостандың хеҙмәт министры урынбаҫары Юрий Мельников.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика