10:57 (UTC+5), 06 Июль 2017

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы «Башҡорт балы»н сит илгә һатыуға сығарырға ниәтләй

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы етештерелгән урыны яҙылған илебеҙҙең традицион продукцияһын тышҡы баҙарға һатыуға сығарырға ниәтләй, тип хәбәр итә «Известия» гәзите. Ведомство «Агросәнәғәт продукцияһы экспортлау» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә Ауыл хужалығы продукцияһына булышлыҡ итеү һәм үҫтереү концепцияһын әҙерләй. Эксперттар билдәләүенсә, хәҙер сит илдә Рәсәй аҙыҡ-түлеген насар беләләр — уның экспорт структураһындағы өлөшө 5% ҡына. Сифатлы продукцияны тышҡы баҙарға сығарыу туризмды үҫтереүгә лә ярҙам итер, тип иҫәпләй белгестәр.
Әңгәмәләшеүселәр экспорт өсөн Вологда майын, башҡорт балын, «Нарзан» минераль һыуын, Алтай сырын, Краснодар шарабын, Луховицк ҡыярҙарын атаған. Хәйер, һуңғылары «үтмәйәсәк»: илебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсәләр биологик һәм агрохимик составтары буйынса сит ил стандарттарына тап килмәй.
Программа сиктәрендә хөкүмәт ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү системаһын яңыртырға, шулай уҡ үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың һаулығын күҙәтеүгә һәм тауарҙың етештерелеүен контролгә алырға ниәтләй. Концепцияның проекты 10 июлдән һуң тикшереүгә сығарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика