02:43 (UTC+5), 06 Июль 2017

Башҡортостанда өс ҡаҙна ведомствоһы етәкселәре ер мөнәсәбәттәре өлкәһендә үҙ-ара контроль хаҡында килеште

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы
Сергей Захаров
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостанда Федераль һалым хеҙмәтенең, Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең һәм Дәүләт теркәү хеҙмәтенең төбәк идаралығы етәкселәре ер мөнәсәбәттәре өлкәһендә контроль сараларының һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм республиканың тупланма бюджетына өҫтәмә ер һалымы кеременә йүнәлтелгән үҙ-ара эш итеү тураһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Ведомстволар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡарата мәғлүмәт менән бергәләп эш итеү хаҡында килеште.
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте һәм Дәүләт теркәү хеҙмәте һалым органдарына ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе маҡсатһыҙ ҡулланыу өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кешеләр тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Ошонан сығып, ғәйеплегә башҡа ерҙәр өсөн (1,5 процент, йәғни ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр өсөн билдәләнгән һалым ставкаһынан 5 тапҡырға юғарыраҡ) билдәләнгән ставканан сығып ер һалымына өҫтәмә түләү һалынасаҡ.
Үҙ сиратында, һалым хеҙмәткәрҙәре һалым түләүселәр ер һалымын иҫәпләгәндә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡарата билдәләнгән ставканы (0,3 процент) ҡулланған ер участкалары хаҡында мәғлүмәт тапшырасаҡ. Был мәғлүмәттәрҙе Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте һәм Дәүләт теркәү хеҙмәте дәүләт ер күҙәтеү сараларын ойошторғанда ҡуллана ала.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең өлөшөнә республика ер фондының 51 проценты тура килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика