08:47 (UTC+5), 05 Июля 2017

Республикала рекрутерҙар бюджет хеҙмәткәрҙәренә тәҡдим ителгән эш хаҡтарын анализланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. HeadHunter рекрутинг компанияһы Башҡортостанда бюджет өлкәһендә тәҡдим ителгән хеҙмәт хаҡтарына мониторинг үткәрҙе. Эш биреүселәр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә уртаса 27 000, «Фән, мәғариф» өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә — 30 000, медицина хеҙмәткәрҙәренә — 33 000, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә 35 000 мең һум түләргә әҙер.
HeadHunter аналитиктары шулай уҡ бюджет өлкәһендәге конкуренцияны ла тикшерҙе. Уны иҫәпкә алып, гармониялы кимәл бер урынға биш кандидат тәшкил итә, медицинала кадрҙарға ҡытлыҡ бик ҙур — вакансияға 2,9 кеше генә. «Фән, мәғариф» һәм «Сәнғәт, мәҙәниәт» өлкәләрендә — бер урынға 4,7 һәм 4,9 кандидат. Уның ҡарауы, дәүләт хеҙмәте өлкәһендә бер вазифаға 43 кеше дәғүә итә.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда хеҙмәт баҙарында конкуренция ҙур һәм бер урынға һигеҙ кандидат тура килә. Төбәктә уртаса эш хаҡы — 36 000 һум.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика