04:09 (UTC+5), 05 Июль 2017

Өфөлә тағы 300 саҡрым ямғыр канализацияһын төҙөргә кәрәк– баш ҡала хакимиәте

Өфө хакимиәте
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә ямғыр канализацияһы менән бәйле хәл тикшерелде. Уҙған ай эсендә ҡалала 167 миллиметр яуым-төшөм яуған, ул уртаса айлыҡ кимәлдән 254 процентҡа күберәк. Уларҙан тик 28 июндә генә уртаса айлыҡ нормаһы яуған. Был көндө баш ҡала хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә урамдарҙы һыу баҫыу тураһында 132 мөрәжәғәт килгән. Ялыуҙарҙың байтаҡ өлөшө СССР-ҙың 50 йыллығы, Еңеү, Аҡназаров урамдарына һәм Сипайлово биҫтәһендәге бер нисә урамға тура килде. «СУРСИС» муниципаль унитар предприятиеһы менән берлектә Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы белгестәре ошо урамдарҙағы хәлде яҡшыртыу буйынса тәҡдим әҙерләй, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Бөгөнгө көнгә ҡала биләмәһендә 494 саҡрым ямғыр канализацияһы бар, уларҙан: 231 саҡрым – квартал эсе биләмәләрендә урынлашҡан дренаж, 89 саҡрым – милекселәр идара иткән ведомство, 43 саҡрым – хужаһыҙ селтәрҙәр. Муниципалитет хеҙмәтләндергән ямғыр канализацияһының оҙонлоғо 132 саҡрым тәшкил итә, ул 200 урамды биләй.
2003 йылда «Ленпромстройпроект» институты Өфөлә ямғыр канализацияһын үҫтереү схемаһын әҙерләне. Проектҡа ярашлы, ҡалала тағы ла 300 саҡрым самаһы үҙ ағышлы ямғыр канализацияһын, 100 саҡрымдан ашыу асыҡ һыу үткәргес, 14-тән күберәк насос станцияһын һәм 30 таҙартыу ҡоролмаһын төҙөргә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика