09:23 (UTC+5), 05 Июля 2017

Башҡортостанда ҡуйыртылған һөткә һәйкәл ҡуйыу өсөн күмәкләп аҡса йыялар

Прибельский ауыл советы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Прибельский ауылында йәшәүселәрҙең инициативалы төркөмө ауыл советы менән берлектә үҙенең тәме һәм сифаты менән билдәле булған урындағы ҡуйыртылған һөткә үҙенсәлекле һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен индерҙе. Һәйкәлде ҡасабаның шәкәр һәм һөт сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә арнарға теләйҙәр.
Һәйкәлде Прибельский үҙәгендә шәкәр заводы үткәргесе ҡаршыһында, элек заводтың бухгалтерияһы урынлашҡан бина янында ҡуйыу күҙаллана. Хәҙер бында Балалар һәм үҫмерҙәр техник ижад үҙәге урынлашҡан.
Шулай уҡ ауылды төҙөкләндереү маҡсатында яңы быуын өсөн балалар уйын зонаһын ойоштороу ҡаралған.
4 июлдә кисен «Планета.ру» краудфандинг платформаһында аҡса йыйыу башланды. Иртәгәһенә иртән иҫәптә 1,5 мең һум барлыҡҡа килгән. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 199 мең кәрәк. Аҡса йыйыу ике ай дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика