Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Июль 2017, 17:19

Башҡортостанда тимер юлдағы төп йөк – нефть продукттары

Куйбышев тимер юлы
Куйбышев тимер юлы
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда тимер юлы тәүге ярты йыллыҡта 33,6 миллион тонна йөк оҙатҡан, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлы идаралығында. Шуның өстән ике өлөшөн тиерлек нефть продукттары тәшкил итә — 19,2 миллион тонна. 1,8 миллион тонна төрлө сәнәғәт сеймалы оҙатылған. Ағас — 191,3 мең тонна. 910 мең тоннаны контейнерҙағы йөктәр тәшкил иткән. Предприятиелар һәм сауҙа базалары 95 мең тонна шәкәр һәм 2,4 мең тонна тоҙ ебәргән. 550 мең тонна ашлыҡ тейәлгән. Дөйөм алғанда, йөк тейәү 2% артҡан.
Читайте нас: