10:40 (UTC+5), 04 Июля 2017

Республика Хеҙмәт министрлығы вахта менән эшләүселәр өсөн яңы вакансияларҙы баҫып сығарҙы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәти порталында вахта менән эшләүселәр өсөн яңы вакансиялар баҫылған.
Мәҫәлән: «Волга буйы вахта заводтары» мәшғүллек агентлығы Ижевскиҙа эшләр өсөн 4-6 разряд радиоэлектрон аппаратура һәм приборҙар монтажсыһын эҙләй. Эш тәжрибәһе – өс йылдан кәм түгел. Эш хаҡы – 50 мең һум. Йәшәргә торлаҡ һәм социаль пакет бирелә.
Ошо уҡ агентлыҡ эш тәжрибәһе өс йылдан кәм булмаған 4-6 разряд йыйыусы-сигәләүсене эҙләй. Вазифа бурыстарына ҡатмарлы конструкциялы быуындарҙы һәм агрегаттарҙы кәрәҙле, пенопласт һәм башҡа тултырыусылар менән йыйыу һәм сигәләү инә. Эш ваҡытында йәшәү өсөн торлаҡ бирелә. Эш хаҡы – 60 мең һум.
Өфөнөң «Спецмонтаж» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Һамар өлкәһендә эшләү өсөн ике йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе газ менән ҡырҡыусы талап ителә. Эш хаҡы – 55 мең һум, социаль пакет. Юл йөрөү, йәшәү, туҡланыу – эш биреүсе иҫәбенә.
Шул уҡ ойошмаға Һамар өлкәһендә эшләү өсөн өс йылдан күберәк эш тәжрибәһе менән торба үткәргестәрен иретеп йәбештереү өсөн иретеп йәбештереүсе талап ителә.
Ташламалар – эшләгән осорҙа торлаҡ бирелә, социаль пакет, эш биреүсе иҫәбенә туҡланыу, өйгә алып ҡайтыу. Эш хаҡы – 60 мең һум.
Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәти порталында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика