14:56 (UTC+5), 04 Июль 2017

Башҡортостан халҡы уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙы контролдә тота ала

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы әҙерләүселәр менән бергә граждандарҙы тейешле өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуға һәм контролдә тотоуға йәлеп итеү өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһына «Уңайлы ҡала мөхитен» модулен индерҙе. Был модулдә ҡала мөхитен төҙөкләндереү буйынса төбәк һәм муниципаль программалар буласаҡ.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы — торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр баҙарында ҡатнашыусыларҙы берләштергән берҙәм федераль үҙәкләштерелгән мәғлүмәт системаһы. Системала торлаҡ фонды, коммуналь хеҙмәттәргә билдәләнгән хаҡтар һәм тарифтар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге килешеүҙәр, коммуналь һәм инженер инфраструктуралары объекттары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын миҙгелле файҙаланыуға әҙерлек тураһында мәғлүмәт бар.
Системаның рәсми сайтында граждандар онлайн режимында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпте ҡарай һәм түләй, иҫәп алыу приборҙары күрһәткестәрен тапшыра, йәмәғәт тауыш биреүендә ҡатнаша, электрон төрҙә идаралыҡ һәм ресурс менән тәьмин итеү килешеүҙәрен төҙөй ала.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр баҙарында ҡатнашыусылар 1 июлгә тиклем системала теркәү үтергә тейеш ине. Мәғлүмәтте урынлаштырмаған өсөн административ яуаплылыҡ 2018 йылдың 1 ғинуарынан башлана. Вазифалы кешеләр өсөн штраф — 30 мең, юридик берәмектәр өсөн иһә 200 мең һум тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика