06:36 (UTC+5), 03 Июля 2017

Башҡортостандан яңы инвестор йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары реестрын тулыландырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандан тағы ла бер инвестор — «Күмертау етештереү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрын тулыландырҙы. Тейешле мәғлүмәт Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының рәсми сайтында баҫылған.
Реестрҙы тулыландырған резидент «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә эшләй һәм цемент етештереү менән шөғөлләнә.
Ошо инвестиция проектын тормошҡа ашырыу 56 миллион һум самаһы инвестицияны үҙләштереүҙе һәм 33 яңы эш урынын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Был Күмертау моноҡалаһы иҡтисадының үҙгәреүенә һәм уның социаль-иҡтисади хәленең яҡшырыуына булышлыҡ итәсәк, тип билдәләнеләр республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика