10:52 (UTC+5), 03 Июль 2017

Башҡортостанда ихаталарҙы төҙөкләндереү барышын тура эфирҙа күҙәтергә мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә муниципалитеттар ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса видеотрансляция башланы.
Был хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Әле республиканың интерактив картаһында Өфөлә һәм Нефтекамала реаль ваҡыт режимында трансляция алып барыла.
Ихаталарҙағы видеокамераларҙан эштәр барышын ҡарау өсөн өҫкө панелдә ҡаланы һайлап, картала «Ихаталарҙы ремонтлау» категорияһын билдәләргә кәрәк.
«Башинформ» алдан хәбәр иткәнсә, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу барышында ихата эстәрен, йәмәғәт биләмәләрен, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү күҙаллана. Республика хөкүмәте аҡса биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләрен, шулай уҡ аҡсалата түләүҙәрҙе алыусылар исемлеген әҙерләгән һәм раҫлаған.
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн федераль ҡаҙнанан — 856 миллион, республика бюджетынан 178 миллион һум аҡса бүленгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика