08:00 (UTC+5), 30 Июнь 2017

Башҡортостанда ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаты асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Өфө районында ер һөрөү буйынса VI Рәсәй чемпионаты асылды.
Уны ойоштороусылар булып Башҡортостан хөкүмәте һәм «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте сығыш яһаны.
«Ошондай чемпионат уҙғарыу — республикабыҙ өсөн ҙур мәртәбә. Башҡортостан — илдең үҫешкән төбәктәренең береһе. Аграр технологияларҙы үҫтереү — ул ауыл хужалығының киләсәге. Беҙ ошо чемпионатты яңы технологияларҙы күреү, ҡаҙаныштарыбыҙҙы күрһәтеү мөмкинлеге булараҡ ҡарайбыҙ. Ер һөрөү буйынса алтынсы Рәсәй чемпионаты агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә алға табан яңы аҙым булыр, тип ышанам», — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, чемпионатты асып.
Ике көн дауамында бай программа көтөлә.
Иртәнән үк чемпионат сиктәрендә ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ һәм эшкәртеүсе ҡорамалдар, башҡорт бренд продукцияһы, республика ауыл хужалығы предприятиелары продукциялары һәм халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре эшләй.
Бынан тыш, теләге булғандар «Башҡортостандың милли ихаталары», «Уңдырышлы түтәл» һәм «Йәнле ферма» күргәҙмәләре менән таныша ала.
Тамашасыларҙы шулай уҡ «Конкур» ат спорты шоуы, трактор менән идара итеү оҫталығы буйынса ярыштар – «Трактор-шоу», техника, ауыл хужалығы культураларын сәсеүҙе күрһәтеү, шулай уҡ урта махсус уҡыу йорттары уҡыусылары араһында «Иң яҡшы тракторсы-машинист» һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе көтә.
Ошо уҡ көндә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иң яҡшы музыкаль коллективтары һәм популяр башҡарыусыларының ҙур байрам концертын уҙғарыу ҡаралған.
Эшлекле программа сиктәрендә бөгөн «Рәсәй агросәнәғәт комплексының үҫеш программалары. Дәүләт ярҙамы сараларының һөҙөмтәлелеге» конференцияһы, «Рәсәй йәштәре агросәнәғәт комплексында – уңыш факторҙары» түңәрәк өҫтәле, Рәсәй крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм кооперативтар ассоциацияһының һәм «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәтенең берлектәге программаны тормошҡа ашырыу буйынса семинар-кәңәшмәһе була.
1 июлдә «Ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү», «Агросәнәғәт комплексында Экология йылы – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә ҡануниәт нигеҙҙәре» тигән темаларға конференциялар ойошторола. Чемпионат барышында уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы, Эльбрус Ниғмәтуллин етәкселегендә «Эльбрус-Тим» бәһлеүәндәр командаһы ҡатнашыусыларының күрһәтмә сығыштары була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика