04:00 (UTC+5), 30 Июня 2017

Башҡортостан Башлығы Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең III бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумын уҙғарыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре-ҡатнашыусылары төбәктәренең эшҡыуарҙары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә шарттар булдырыу өсөн ағымдағы йылдың 27-29 сентябрендә Өфөлә Рәсәй Федерацияһы һәм сит ил дәүләттәре субъекттарының рәсми делегациялары ҡатнашлығында ШОС һәм БРИКС илдәре-ҡатнашыусылары төбәктәренең III бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы үтә. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта төбәк хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Форумды уҙғарыу илдәр араһында сауҙа әйләнешен арттырыуға, үҙ-ара инвестициялар йәлеп итеүгә, ШОС һәм БРИКС илдәренең сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереүгә ҡамасаулаған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән.
Сентябрҙә үтәсәк форумда ШОС һәм БРИКС илдәренең экспорт уйымдары һәм перспективалы баҙарҙары, төбәк проекттарын финанслау механизмы аша бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ШОС сиктәрендә ирекле сауҙа зоналарын булдырыу, мегапроекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың роле кеүек темалар тикшереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика