10:40 (UTC+5), 30 Июня 2017

1 июлдән бөтә банкоматтар һәм терминалдар «Мир» карталарын ҡабул итергә тейеш — Башҡортостан буйынса Милли банк

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ағымдағы йылдың 1 июленән сауҙа нөктәләрендә бөтә банкоматтар һәм терминалдар «Мир» карталарын ҡабул итергә тейеш. Шул уҡ көндән аҡсаларын картаға алырға теләгән «яңы» пенсионерҙарға һәм бюджет өлкәһе клиенттарына ошо маҡсатта «Мир» карталары ғына бирелә.
«Башҡа түләү системаларының картаһы булған бюджет өлкәһе клиенттарын 2018 йылдың 1 июленә тиклем «Мир» картаһына күсереү ҡаралған, — тип билдәләне Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат секретары Гөлназ Әбүзәрова. — Башҡа түләү системаларының картаһына эйә пенсионерҙар иһә картаның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғас, ләкин 2020 йылдың 1 июленән һуңға ҡалмайынса «Мир» картаһына күсерелә».
Шуның менән бергә аҡсаны алыу ысулын һайлауҙың ағымдағы тәртибе һаҡланып ҡала. Йәғни, әгәр пенсионер пенсияны ҡулаҡса менән йәки картаға бәйле булмаған банктағы иҫәпкә алырға теләһә, түләүҙәрҙе элеккесә алыу мөмкинлегенә эйә.
Әгәр ул аҡсаны картаға алырға теләй икән, уға «Мир» картаһы ғына сығарыла, һәм кәм тигәндә ошондай бер карта уның өсөн бушлай сығарылырға тейеш.
Законда билдәләнгән ваҡыт «Мир» картаһын алдараҡ алыу мөмкинлеген сикләмәй.
Әлеге мәлдә Башҡортостанда бөтә төбәк кредит ойошмалары һәм филиалдары «Мир» түләү системаһында ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика