09:14 (UTC+5), 29 Июня 2017

Өфөлә ер өҫтө метроһын CCEGC Ҡытай компанияһы төҙөйәсәк

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Chongqing Construction Engineering Group Ҡытай корпорацияһы Өфөлә ер өҫтө метроһын (монорельсты) төҙөүе ихтимал. Башҡортостандың рәсми делегацияһы Чунцин ҡалаһында булды. Унда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә республикала юл төҙөлөшө объекттарына аҡса һалыу варианттары тикшерелде. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ҡытайҙарҙа өс проект – монорельс, Нефтекама ҡалаһы эргәһенән урау һәм Бөрө – Тәстүбә – Һатҡы юлын төҙөү ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
«Республика CCEGC компанияһы менән берлектә ҙур эш башҡарҙы. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу схемалары билдәләнде, юл картаһы төҙөлдө. Бөгөн Башҡортостанда компанияның вәкиллеген асыу буйынса килешеүҙәр алып барабыҙ, ул алға китеш өсөн тәүге баҫҡыс булып торасаҡ», — тип ҡыҫҡаса йомғаҡланы Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының беренсе вице-президенты Булат Әсәҙуллин — Башҡортостан Юл хужалығы идаралығы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге үҙәге, Өфөнөң төҙөкләндереү һәм транспорт инфраструктураһы хеҙмәте белгестәре ингән рәсми делегация етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башында Чунцин ҡалаһынан төҙөлөш компанияһы вәкилдәре Өфөлә булды һәм тәҡдим ителгән хеҙмәттәшлек төрҙәре менән танышты. Чунцин – Ҡытайҙың иң күп халыҡлы ҡалаһы, унда, агломерацияны иҫәпкә алғанда, 50 миллион самаһы кеше йәшәй. 2005 йылда CCEGC компанияһы Чунцинда 13,5 саҡрым оҙонлоҡта монорельс төҙөнө. Белгестәр билдәләүенсә, Өфөлә бындай транспорт төрө күп йылға алдан ҡала хәрәкәте мәсьәләһен хәл итә алыр ине. Нефтекама ҡалаһы янынан ихтыяжлы урау юл Удмуртияға Кама йылғаһы аша түләүле күпергә илтәсәк. Бөрөнән Тәстүбә аша Һатҡыға 60 саҡрымлыҡ юл М-5 федераль трассаһының йөгөн кәметеү, күп кенә ҡасабаларҙы тоташтырыу мөмкинлеге, тейешенсә, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы иҡтисади үҫешенә яңы көс бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика