05:26 (UTC+5), 29 Июнь 2017

Банктарҙа хеҙмәтләндереүҙә баш тартыласаҡ клиенттарҙың исемлеге барлыҡҡа килде

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй финанс мониторингы, Рәсәй банкы һәм банктар финанс ойошмалар хеҙмәтләндереүҙә баш тартҡан шикле клиенттар тураһындағы мәғлүмәт менән алмашына башланы. Ошо хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә.
Баҫманың мәғлүмәттәре буйынса, 200 мең шикле клиенттар менән тәүге исемлекте банктар алды. Ошо базаға ингән клиенттарҙың иҫәп асҡанда һәм финанс операциялар уҙғарғанда ҡыйынлыҡтар менән осрашыуы ихтимал.
Рәсәй финанс мониторинг идаралығында билдәләүҙәренсә, кешенең базаға инеүе «кредит ойошмаларҙа хеҙмәтләндереүгә кире ҡағыу өсөн сәбәп булып тормай». Шул уҡ ваҡытта, банктар исемлектәге клиенттарға иғтибар итергә тейеш, тип аңлаттылар ведомствола.
Банктар һәм кредит булмаған финанс ойошмалар әгәр клиенттың операциялары аҡса төшөрөү йәки финанс терроризм билдәһе аҫтына тап килһә уны хеҙмәтләндәреүҙән баш тарта ала. Ошо клиенттар тураһында мәғлүмәт Рәсәй финанс мониторингына оҙатыла. Хеҙмәтләндереүҙә кире яуап алған кеше башҡа финанс ойошмаһына мөрәжәғәт итә һәм операцияны йәнә уҙғарып ҡарай ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика