10:15 (UTC+5), 28 Июня 2017

Башҡортостандың Арбитраж суды «Роснефт»тең «Система» АФК-һына дәғүәһен ҡарауҙы 12 июлдә дауам итә

Карина Камаева
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Арбитраж суды «Роснефть» һәм «Башнефт»тең «Система» АФК-һынан 170,6 миллиард һумды ҡайтарыу тураһындағы дәғүәһен ҡарауҙы 12 июлдә дауам итәсәк.
27 июндәге уҙған суд ултырышында дәғүәселәр, шул иҫәптән ҡушма дәғүәселәр – республика Ер һәм мөлкәт министрлығы йөҙөндә Башҡортостан Хөкүмәте дәғүә талаптарын тулы күләмдә үтәүҙәрендә торҙо.
«Эш материалдарында «Система» АФК-һының активтар менән законһыҙ рәүештә эш итеүе дәлилләнгән. АФК төркөмө активтарҙы бик бәләкәй килешеү буйынса алыуын аңламауы мөмкин түгел, үҙ милкенең законһыҙ икәнлеген аңлаған. Белдерелгән талаптарҙы тулы күләмдә үтәүҙәрен һорайбыҙ», — тип судҡа мөрәжәғәт итте «Роснефть» компанияһы вәкиле.
Үҙ сиратында, яуапсы – «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы дәғүә талаптарын үтәүгә ҡәтғи рәүештә ҡаршы.
«Унда ("Роснефть" документтарында) нимә яҙылғанын уҡырбыҙ», — тип белдерҙе журналистарға АФК вәкиле.
«Яҡтарға тәҡдим ителгән бөтә документтарҙы өйрәнеү, һуңынан беркетелгән документтар буйынса һығымталарын белдереү мөмкинлеген бирәбеҙ. Эште тыңлау 12 июлгә көндөҙгө сәғәт 2-гә күсерелә», — тип белдерҙе судья Ирина Нурисламова.
Алдан, ошо уҡ суд ултырышында «Система» АФК-һына Мәскәүҙең Замоскворецкий судының ҡарарына тиклем «Роснефт»тең дәғүәһе буйынса производствоны туҡтатыу үтенесе кире ҡағылды. Унда эш буйынса дәлил сифатында судҡа «Роснефт»тең «Башнефть» менеджерҙары яҙышыуҙарының тәҡдим иткән нотариаль вәғәҙәһен даулаусы дәғүәһе тапшырылғайны.
Бынан тыш, АФК-һының ике топ-менеджеры — Феликс Евтушенков һәм Всеволод Розанов — «Система» яғында өсөнсө кешеләрҙе йәлеп итеү тураһында юлланы. Евтушенковтың үтенесен суд киләһе ултырышта ҡараясаҡ. Розановтың үтенесе кире ҡағылды.
Уҙған аҙнала «Роснефт»тең үтенесе буйынса Арбитраж суды «Система»ның МТС-тағы 31,76 процент акцияларын, «Медси» төркөмөның бөтә акцияларын һәм Башҡорт электр селтәрҙәре компанияһының 90,47 процент акцияларын ҡулға алып, тәьмин итеү сараларын ҡабул итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика