11:54 (UTC+5), 28 Июня 2017

Башҡортостан «Башнефть» компанияһының төбәк пакетына эйә булған ике йыл самаһы эсендә 20 миллиардтан ашыу дивиденд алды – Рөстәм Хәмитов

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Республика 25 процентлыҡ пакетҡа плюс бер акцияға эйә булған ике йыл самаһы эсендә 20 миллиард һумдан ашыу дивиденд һәм хәйриә ярҙамын алды ла инде. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов «Россия 24» телеканалына биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе, «Башнефть» компанияһының төбәк пакетын һатыу буйынса позиция тураһында һорауға яуап биреп.
«Кем алтын йомортҡа һалған тауығын һата һуң?» — тип һораны Башҡортостан башлығы.
2017 йыл йомғаҡтары буйынса ошо һан 30 миллиард һумға етәсәк, «был — бик ҙур ресурстар, шул арҡала беҙ республикала байтаҡ әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итә алдыҡ», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
«Ошо пакетты һаҡлап ҡалыу, «Роснефть» компанияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлекте дауам итеү, бер үк ваҡытта «Башнефть» компанияһына нефть, газ химияһында, нефть эшкәртеүҙә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү беҙҙең өсөн мөһим булып ҡала, тип әйтә алам», — тип билдәләне төбәк башлығы.
Был йәһәттән оҙаҡ эшләргә мөмкин, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов һәм «бындай форматтағы эш «Роснефть», «Башнефть» компаниялары, Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы өсөн дә уңайлы һәм уңышлы булыр, тип ышана, сөнки бөгөн улар ошондай партнерҙарҙың ярҙамын тоя».
Интервьюның тулы тексын Башҡортостан башлығының сайтында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика