11:56 (UTC+5), 27 Июня 2017

Константин Толкачев: «Система» асыҡ финанс корпорацияһына дәғүәләр ҡәнәғәтләндерелгән осраҡта республика бюджеты өҫтәмә аҡса менән тулыланыуы ихтимал»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев бөгөн республиканың Арбитраж судындағы «Система» асыҡ финанс корпорацияһына дәғүәгә ҡарата аңлатма бирҙе. Дәғүә менән «Роснефть», «Башнефть» компаниялары, шулай уҡ Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мөрәжәғәт итте.
«Система» асыҡ финанс корпорацияһына дәғүәләр ҡәнәғәтләндерелгән осраҡта республика бюджеты өҫтәмә аҡса менән тулыланыуы ихтимал, — тип билдәләне Константин Толкачев. — «Башнефть» компанияһы эшмәкәрлеген тикшереү күрһәтеүенсә, уға «Система» идара иткән осорҙа эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелегендә кире сағылыш тапҡан һәм шул арҡала етди матди зыян килтергән ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуйылған».
Константин Толкачев әйтеүенсә, «Башнефть» акционерҙарының береһе булараҡ «Роснефть» дәғүәләрен хуплау — республика Хөкүмәтенең бурысы, һәм республиканың унан баш тартыуы ғәмәлдәге закондарҙы боҙоу булыр ине.
«Ошо мәсьәләне хәл итеү хөкөм эше (арбитраж) органдары мәнфәғәтендә, улар эштәрҙең торошон тикшерә, баһа бирә һәм реаль зыяндың күләмен билдәләй», — тип йомғаҡ яһаны төбәк парламенты спикеры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика