13:00 (UTC+5), 27 Июнь 2017

Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында асфальт түшәйҙәр

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө агломерацияһындағы төп магистраль юлда — Салауат Юлаев проспектында асфальттың тәүге ҡатламын түшәү башланды. 26 июнгә ҡарай төндә яҡынса 1,5 километр асфальт һалынған, юлдың киңлеге — 8 метр. Юл төҙөүселәр төндә эшләй. План буйынса ремонт июль аҙағына тамамланырға тейеш.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә,Салауат Юлаев проспектында 15 мең тонна асфальт түшәү ҡаралған. Эштәр һәр яҡҡа 15-шәр көн буйына башҡарыласаҡ. Бер үк ваҡытта ике асфальт һалыусы, ете каток һәм ете үҙбушатҡыс машина, 25 кеше эшләй.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһын ғәмәлгә ашырыу барышында Өфөлә 29 урамды төҙөкләндереү һәм юл-транспорт ваҡиғаһы йыш теркәлгән 20 урынды бөтөрөү, йәйәүлеләр ҡоймаларын ҡуйыу, светофорҙарҙы һәм юл билдәләрен яңыртыу күҙаллана. Саралар ағымдағы йылда тулыһынса тормошҡа ашырыла.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика