02:07 (UTC+5), 27 Июня 2017

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында балыҡсылыҡ кластеры барлыҡҡа килеүе мөмкин

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы тәбиғәте Нуриман районында үҙәк менән балыҡсылыҡ кластерын булдырыу мөмкинлеге бирә. Ошо турала Салауат районында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.
Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, кластерға етештереү, эшкәртеү, балыҡты һәм балыҡ продукцияһын һатыу, шулай уҡ тере балыҡ баҙары селтәрен асыу инергә тейеш.
Белгестәрҙең баһаһы буйынса, республиканың төньяҡ-көнсығыш биләмәһендә ҡиммәтле балыҡ төрҙәрен етештереү мөмкинлеге яҡынса 3,5 мең тонна тәшкил итә.
«Был, айырыуса быйыл республика ҡаҙнаһына тауар балыҡсылығына ярҙамға 25 миллион һум һалынғанын иҫәпкә алғанда, перспективалы йүнәлеш», — тип өҫтәне министр.
Балыҡсылыҡ буйынса компетенциялар үҙәген Нуриман районының «Тыныс яр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә асыу күҙаллана. Ошо предприятие фермер хужалыҡтарын йәлеп итеп, консалтинг хеҙмәттәрен күрһәтеү һәм франшиза индереү өсөн бөтә технологияларға һәм белгестәргә эйә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика