05:14 (UTC+5), 27 Июня 2017

Башҡортостанда ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында иң яҡшы тракторсы иғлан ителәсәк

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостанда уҙасаҡ ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең VI асыҡ чемпионаты сиктәрендә иң яҡшы ауыл хужалығы етештереү тракторисы-машинисы иғлан ителәсәк.
«Һөнәре буйынса иң яҡшы» бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы 30 июндә Өфө районында үтә.
Ошо уҡ көндө аграр вакансиялар йәрминкәһен һәм «Рәсәй йәштәр агросәнәғәт комплексында — уңыш факторҙары» түңәрәк өҫтәлен уҙғарыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
Белгестәрҙең фекеренсә, һуңғыһы тәжрибә уртаҡлашыу, профессоналдарҙың эшлекле аралашыуы өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡҡа әйләнәсәк һәм төбәктең агросәнәғәт комплексына квалификациялы кадрҙар йәлеп итергә ярҙам итәсәк.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең асыҡ чемпионаты Өфө районында 30 июненән 1 июленә ҡәҙәр үтә.
Чемпионатты ойоштороусылар булып Башҡортостан хөкүмәте, төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.
Башҡортостан командаһы составына биш кеше инде. Улар араһында — Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Әлиә Яҡупова, Гөлназ Яҡупова һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Гөлиә Иҫәндәүләтова, шулай уҡ Мәләүез районының «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы етештереү кооперативынан Илдар Ишекәев һәм Стәрлетамаҡ районының «Агрофирма Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Римир Ғизәтуллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика