09:04 (UTC+5), 23 Июня 2017

Октябрьский урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү өсөн 2,4 миллион һум аҡса аласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Октябрьский ҡалаһы урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса Башҡортостан ҡаҙнаһынан 2,4 миллион һум аҡса аласаҡ. Бер миллион һум ҡалаға Шокуров урамындағы юлды төҙөкләндереү өсөн бүленгән, 715 мең һум 3-сө гимназияның биләмәһендә урынлашҡан спорт майҙансығын капиталь ремонтлауға йүнәлтелә. Тағы 692,8 мең һумды 13-сө мәктәптә тәҙрәләр ҡуйыу өсөн тотоноу ҡаралған.
«Беҙ ҡала халҡының мөрәжәғәттәре буйынса, әһәмиәтле ғаризаларҙы һайлап эшләргә тырышабыҙ, — ти Октябрьский хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Шамил Фәррәхов. — Былтыр урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы Спутник биҫтәһендәге юлға асфальт түшәнек».
Төбәктә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы 2016 йылда эшләй башлағайны. Урындағы халыҡ финанслау талап иткән киҫкен проблемаларҙы үҙҙәре билдәләй, ҡағиҙә булараҡ, улар биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, юлдарҙы ремонтлауға, яҡтыртыуға, коммуникацияларға ҡағыла. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса конкурс нигеҙендә бүленә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика