03:17 (UTC+5), 22 Июнь 2017

Республика коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы программаһына инде

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы программаһына инде. XXI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында төбәк хөкүмәте һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы араһында ике яҡлы килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева ҡул ҡуйҙы.
Килешеү ярҙамында республика биләмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә уңышлы тәжрибәләр индереләсәк. Был эш Стратегик башланғыстар агентлығының «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» проекты сиктәрендә уҙғарыласаҡ.
Килешеүгә ярашлы, төбәктә файҙаланыу өсөн яраҡһыҙ тип танылған лифттарҙы алмаштырыу буйынса саралар ғәмәлгә ашырыласаҡ. Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, билдәләнгән сараларҙы 2020 йылға тамамлау күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика