03:48 (UTC+5), 22 Июня 2017

Башҡортостанда төбәк инвестиция проекттары өсөн табышҡа һалым буйынса ставкалар кәметелде

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда төбәк инвестиция проекттары өсөн табышҡа һалым буйынса ставкалар кәметелде. Документҡа төбәк инвестиция ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса саралар сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Закон бер төркөм проекттар өсөн табышҡа һалыу буйынса төбәк ставкаһын 17 проценттан 10 процентҡа ҡәҙәр кәметеүҙе күҙ уңында тота.
Бындай өҫтөнлөк яңы төр тауарҙар етештереү маҡсаты булған 50 миллион һумдан күберәк инвестициялар күләме менән проекттарға ҡарата бирелә. Уларға үҙ составында төбәктән ситтә айырым бүлексәһе булмаған төбәк биләмәһендә генә бер ҡатнашыусы тарафынан тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары ҡарай.
Бынан тыш, проект коммерцияға ҡарамаған, страховкалау йәки финанс ойошма тарафынан ғәмәлгә ашырылмаҫҡа һәм айырым иҡтисади зона йәки йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә инмәҫкә тейеш.
Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙан табыш ойошманың бөтә табышынан 90 проценттан кәм булмауы шарт.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика