08:46 (UTC+5), 22 Июнь 2017

Башҡортостанда Республика экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Экспорт эшмәкәрлеген үҫтереүгә уңайлы шарттар тәьмин итеү өсөн Башҡортостан хөкүмәте «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Килешеүҙең төп маҡсаты — сеймал булмаған экспортҡа ярҙам күрһәтеү системаһын төҙөү, шулай уҡ предприятиеларҙың экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү.
Документ Башҡортостанда Рәсәй экспорт үҙәгенең төбәк бүлексәһен һәм Республика экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Бынан тыш, Башҡортостанда экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тәьмин итеү буйынса республика башҡарма власть органдары эшмкәрлеге стандартын индереү күҙаллана. Өҫтәүенә Башҡортостан төбәк экспорт стандартын индереү өсөн пилот төбәге булараҡ сығыш яһай.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, килешеүҙе тормошҡа ашырыу бәләкәй һәм уртаса предприятиелар араһынан конкурентлыҡҡа һәләтле, әүҙем экспортерҙарҙың киң ҡатламын булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Был үҙ сиратында төбәктә эшлекле мөхиттең һәм конкуренцияның торошонда ыңғай сағылыш табасаҡ.
Рәсәй экспорт үҙәге тармаҡ сикләүҙәренән тыш бөтә сеймал булмаған продукция, тауар һәм хеҙмәттәр экспортерҙары менән эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика