11:15 (UTC+5), 22 Июня 2017

Башҡортостанда ер участкаларына һәм төҙөлөш объекттарына дөйөм инвентаризация үткәреү башланды

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала ер участкаларына һәм капиталь төҙөлөш объекттарына дөйөм инвентаризация үткәреү башланды.
Инвентаризацияның маҡсаты – ер ресурстарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү, шулай уҡ ер һәм капиталь төҙөлөш объекттарын файҙаланған өсөн түләүҙәр иҫәбенә тупланма бюджеттың килем өлөшөн тулыландырыу.
«Бындай инвентаризация беҙҙә беренсегә уҙғарыла. Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың берҙәм реестрында булған мәғлүмәттәрҙе тикшереү һәм Федераль һалым хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә артабан кадастр хаҡын, ҡуртым хаҡы ставкаларын арттырыу юлы менән барып булмаясағын аңланыҡ. Был мәсьәләләрҙе һан яғынан түгел, сифат яғынан сығып өйрәнергә кәрәк, — тип билдәләне «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илнур Әбсәләмов. – Беҙҙә күпме күсемһеҙ милек объекттарының, ер участкаларының легаль әйләнешкә индерелмәүе хаҡында мәғлүмәт бар ине. Ошоларҙың барыһы ла күләмле инвентаризация үткәреүгә этәргес бирҙе».
Ер участкаларына һәм капиталь төҙөлөш объекттарына дөйөм инвентаризацияны йыл аҙағына тамамлау күҙаллана.
«Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов һүҙҙәренсә, яҡынса алғанда, 5,5 миллиондан ашыу ер участкаларына һәм капиталь төҙөлөш объекттарына дөйөм инвентаризация үткәреү талап ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика