Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2017, 13:03

Төбәктә «Реаль эштәр» проекты эшен дауам итә: Турасы ауылында һыу ҡыуыу ҡоролмаһы төҙөлдө

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Илеш районында «Реаль эштәр» проекты 200 кеше йәшәгән Турасы ауылында һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итте. Элекке һыу насосы станцияһы, 45 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, емерелгән. Стеналары иҫке, ҡыйығынан һыу аҡҡан булған, ҡорамалдары иҫкергән. Урындағы халыҡ һыу килтереү менән ҡыйынлыҡтар кисергән.
Әлеге мәлдә станцияның бинаһын төҙөкләндереү тамамлана, яңы насос ҡуйылған.
«Наказды үтәү өсөн аҡсаның күләме 207,4 мең һум тәшкил итте. Республика ҡаҙнаһынан субсидия — 107,4 мең һум, урындағы бюджеттан – 50 мең, тағы ла шунса бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп ителгән», — тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: