06:06 (UTC+5), 21 Июнь 2017

Республикала «500 ферма» программаһында ҡатнашыусылар һауымды 2,5 тапҡырға арттырған

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда «500 ферма» программаһында ҡатнашыусылар һауымды 2,5 тапҡырға арттырған. Республика Хөкүмәтендә 2012 йылда башланған «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» маҡсатлы программаһына яҡынса йомғаҡ яһанылар. «Программа бик кәрәк ине. Малсылыҡты, тәү сиратта һөтсөлөк тармағын яңырттыҡ. Яҡшы һауым биргән тоҡомло мал һатып ала башланыҡ, заманса фермаларыбыҙ барлыҡҡа килде», — тип һөйләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов.
Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, дүрт йыл эсендә программала 160 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашты. 414 малсылыҡ бинаһы һәм 235 һөтсөлөк-тауар фермаһы төҙөлдө. Дөйөм алғанда, министрҙың әйтеүенсә, программа үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, сөнки бер һыйырға тулайым һөт етештереүҙе һәм һауымды арттырырға мөмкинлек бирҙе. Программала ҡатнашыусылар етештереү күләмен йылына 128 мең тоннанан 324,3 меңгә ҡәҙәр 2,5 тапҡырға арттырҙы.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика ҡаҙнаһынан программа сараларын финанслау күләме 2,16 миллиард һум тәшкил иткән. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы Рәсәйҙең Һөтсөлөк союзы менән берлектә 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығын үҫтереү программаһының положениеларын иҫәпкә алған республиканың һөтсөлөк тармағын үҫтереүҙең оҙайлы программаһын әҙерләй.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда төбәктә 1 730 800 тонна һөт һауып алынған. Республика ошо продуктты етештереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика