07:36 (UTC+5), 21 Июня 2017

Республика командаһы ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатына әҙерләнә башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан командаһы ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең VI асыҡ чемпионаты ярыштарына әҙерләнә башланы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 30 июндән 1 июлгә тиклем Өфө районында ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең асыҡ чемпионаты уҙғарыла.
Чемпионатты ойоштороусылар булып Башҡортостан хөкүмәте, төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.
Башҡортостан командаһы составына биш кеше инде. Улар араһында — Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Әлиә Яҡупова, Гөлназ Яҡупова һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Гөлиә Иҫәндәүләтова, шулай уҡ Мәләүез районының «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы етештереү кооперативынан Илдар Ишекәев һәм Стәрлетамаҡ районының «Агрофирма Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Римир Ғизәтуллин.
Ҡатнашыусыларҙың өсәүһе үткән чемпионаттарҙа ҡатнашҡайны инде. Мәҫәлән, Илдар Ишекәев бынан алдағы биш ярыш йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы ун механизаторы иҫәбенә инде. Илдарҙың иң юғары ҡаҙанышы – 2015 йылда Һарытау өлкәһендә ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең дүртенсе чемпионатында «Трактор-шоу»ҙа өсөнсө призлы урын.
Былтыр Римир Ғизәтуллин, чемпионатта тәүгә ҡатнашып, «Трактор-шоу»ҙа дүртенсе урынды алды.
Әлиә Яҡупова ла 2016 йылда ер һөрөү буйынса V асыҡ чемпионатта беренсегә ҡатнашты һәм Рәсәй чемпионаты тарихында ярышҡа сыҡҡан берҙән-бер гүзәл зат вәкиле булды.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республика командаһы вәкилдәре — трактор менән идара итеү оҫталығы буйынса ярыштарҙа («Трактор-шоу»), ә уның капитаны Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса төп ярыштарҙа ла ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика